Егеттәр 3д принтерҙа фронт өсөн кәрәк-яраҡтар сығара. Был деталдәрҙең береһе дрондарға граната беркетеп, сәпкә тейергә ярҙам итә, ә икенсе файҙалы элемент тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина таныштыра.
Был деталдәрҙе етештереү өсөн сәғәт ярым ваҡыт талап ителә. Ул дронға шартлатҡыс беркетеү өсөн ҡулланыла. Граната атыусы теләгән нөктәгә генә барып төшә һәм тәғәйен урында шартлай. Деталдәрҙе баш ҡалала йәшәүсе егеттәр етештерә. Быға тиклем уларҙың төп шөғөлө техника ремонтлау булһа, бөгөн егеттәр фронт өсөн эшләй.
Ә был ауыртыуҙы баҫыусы препарат менән ампулаларҙы һаҡлау һауыты. Фронтта һәр бер һалдаттың да аптечкаһы булмауы мөмкин. Был ҡулайлама эсендә һаҡланған энәләр һынмай. Эшҡыуарҙар үҙ-үҙеңә укол ҡаҙау өсөн ампульницалар ҙа яһай. Фронт шарттарында уңайлы әйберҙәр. Ирекмәндәр тик сифатлы пластик ҡына файҙаланырға тырыша. Бының өсөн егеттәргә матди ярҙам кәрәк.
Киләсәктә ирекмәндәр етештереү күләмен арттырырға ниәтләй. Өҫтәмә 3 принтер һатып алыу өсөн 120 мең һумға яҡын аҡса кәрәк. Бынан тыш, эшҡыуарҙар квадрокоптер өсөн деталдәр һатып алмаҡсы. Ҡулдан йыйылған осоу ҡоролмаһы, баҙарҙан һатып алынғаны менән сағыштырғанда, күпкә арзаныраҡ буласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина