Башҡортостан аша үткән федераль трассалар яҙғы-йәйге миҙгел өсөн асыла

Әле юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса комплекслы эш алып барыла. Билдәләр беркетелә, авариялар күп теркәлгән урындарҙа юл ситтәре кәртәләнә, йәмәғәт транспорты туҡталыштары таҙартылып, социаль рекламалар эленә. Яҡын арала федераль трасса участкаларында ете төр банер ҡуйыу күҙаллана. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡортостан аша үткән федераль трассалар тәртипкә килтерелә. Яҙ миҙгеле юлсыларға өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, эш ойошҡанлы бара. Хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмө юл билдәләрен һәм барьер кәртәләрен таҙартһа.

Ә икенсе бригада йәмәғәт транспорты туҡталышы өсөн яуаплы. Һыу менән улар эргә-тирәне, туҡталыштарға ҡыш буйы ултырған бысраҡты йыуып төшөрҙө.

Шулай уҡ федераль трассаларҙа социаль рекламалар ҙа яңыртылды. Быйыл айырыуса тиҙлек, кеҫә телефондарына бәйле булғандары күбәйҙе. Сөнки статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, юл-транспорт ваҡиғаларының бер өлөшө тап уларға бәйле теркәлә. Шулай уҡ юлсылар автоһәүәҫкәрҙәрҙән юл буйын ҡыйламаҫҡа саҡыра.

Федераль әһәмиәттәге юлдарҙағы комплекслы эш алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Һауа торошо тотороҡланғас та автобус туҡталыштарын, юл һыҙаттарын, билдәләрҙе буяу эштәре башҡарыласаҡ.

Илдар Миңлебаев, «Приуралье» федераль юл идаралығы белгесе

Шул уҡ ваҡытта юлсылар соҡорҙарҙы ямау эшен дә алып бара. Был өлкәлә лә эш көйләнгән. Сеймалға ҡытлыҡ юҡ.

Патруль хеҙмәте вәкилдәре көн һайын трасса буйлап үтеп юлдарҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. Мониторинг ярҙамында соҡорҙар асыҡлана.

Альберт Нәғимов, подрядсы ойошманың генераль директоры урынбаҫары

Йыл башынан соҡорҙарҙы ямау өсөн 65 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы файҙаланылған да инде.

Азат Ғәлиуллин