Һауа торошо ваҡытынан алда йылытыуға бәйле яҙғы ташҡын аҙна-ун көнгә иртәрәк көтөлә

Йылғалар боҙҙан әрселгәнгә тиклем ҡотҡарыусылар әҙерлек саралары башлаған. Ә ҡар менән бергә иреүсе асфальтты ямау эше яйға һалынмаған. Оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булыусы яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырылды. БЮТ хәбрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Аҙналыҡ кәңәшмә Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы тәбрикләүҙән башланды. Марат Зөлҡәрнәев Салауат Юлаев, Айҙар Исмәғилевҡа Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала директор булып эшләгән Марат Зөлҡәрнәев мобилизация буйынса саҡырылып хәрби бурысын башҡара. Айҙар Исмәғилев иһә «Янғантау» шифаханаһы директоры урынбаҫары. Улар ярты йылдан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Апрель башында тағы бер төркөм мобилизацияланғандар отпусҡаға ҡайта. Республика башлығы уларҙы ҡаршы алыуҙы ойошторорға ҡушты.

Яҙ иртә килде. Быға бәйле ҡалалар элеккесә 1 майға тиклем түгел, ә 10 апрелгәсә таҙартылырға тейеш, тине Радий Хәбиров.

Ҡыҙғанысҡа күрә, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау һүлпән бара. Быны асфальт заводын эшкә ебәрә алмауға япһармағыҙ, тине Радий Хәбиров ведомство етәкселәренә.

Йылғаларҙа боҙ аҙна- ун көн алдараҡ китер тип көтөлә. Быға бәйле республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты тарафынан тейешле саралар күрелә башлаған. 124 йөҙөү сараһы, өс меңдән ашыу берәмек техника, алты пилотһыҙ осоу аппараты, дүрт йөҙгә яҡын ваҡытлыса торлаҡ, көнкүреш кәрәк-яраҡтары әҙерләнгән. Һаҡ булырға, яҙғы боҙға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Уҙған аҙнала өс кешенең ғүмере өҙөлгән. 20 меңдән ашыу йортто һыу баҫыу ихтималлығы бар. Ҡотҡарыусыларға һыу баҫыу тураһында шылтыратыуҙар килә башлаған.

Йыл әйләнәһенә Башҡортостанды йәшелсә, емеш-еләк һәм һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүсе «Алексеевка» совхозы яңырыу осоро кисерә. Алдағы ике йылда яңы магазиндар асыу, булғандарын ремонтлау, сауҙа нөктәләрен арттырыу күҙаллана. Үҙгәрештәр уның яңы етәксеһенең йыл ярым дауамында уңышлы эш алып барыуы һөҙөмтәһе. Элекке менеджменты тураһында Башҡортостан башлығы:

Оператив кәңәшмәлә уҡыусыларҙың йәйге каникулына әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды. Башҡортостан быйыл ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙа капиталь булмаған объекттар йәки тиҙ төҙөлә торған конструкциялар булдырыу өсөн субсидия бүлеүгә федераль проектта еңеүсе 15 төбәк иҫәбенә ингән.

Республикала 1 марттан модулдәр төҙөү буйынса эш башланған. 25 майға бөтә алты модуль дә балаларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.

2023 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһы барышында, былтырғы кеүек үк, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары балалары ялы ла ойоштороласаҡ. Бөтәһе 494,8 меңдән ашыу балаға ял итеү өсөн шарттар тыуҙырыла.

Рәмилә Исмәғилева