Бөгөн Рәсәйҙә Милли гвардия ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

Рәсәй Гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән төбәк башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ғәскәрҙәр хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендә эшләй, террор, экстремизм һәм ойошторолған енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып бара, мөһим стратегик объекттарҙы һаҡлай, ҙур сәйәси, мәҙәни һәм спорт сараларында хәүефһеҙлек өсөн яуаплы.

Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе махсус хәрби операция башланған көндән алып Ватан һағында. Рәсәй составына ҡайтҡан төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә - хәрбиҙәр иңендә. Радий Хәбиров Ватан һаҡсыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, илгә тоғро хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Бер төркөм хәрбиҙәр генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шул уҡ ваҡытта быйыл «Толпар» махсус отряды ла күркәм юбилей датаһын билдәләй.

Байрамға Хоҡуҡ һаҡлау ғәскәрҙәре ветерандары ла саҡырылғайны. Бөгөн төбәк йәмәғәт ойошмаһында 700-гә яҡын кеше иҫәпләнә.