Биатлон менән балыҡ тотоуҙы берләштергән яңы спорт төрөндә 70 команда көс һынашты. Ярышта ҡатнашыусылар ваҡытҡа балыҡ тотоп эстафетаны саңғысыларға тапшырҙы. Уйын ҡағиҙәләре буйынса балыҡтарға зыян килмәҫкә тейеш, сөнки улар яңынан күлгә ебәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Балыҡсынан эстафета ҡабул иткән саңғысы финишҡа беренсе булып килеүгә үҙе лә ышанып бөтә алмай. Ярышта беренсе урын алыу өсөн саңғысының тиҙлегенән тыш балыҡсының тырышлығы талап ителә. Рыбатлонда ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп бар көсөн һалып уҙышты.
Ярыш ҡағиҙәләре буйынса балыҡтарға, тәбиғәткә ғәҙел һәм һаҡсыл ҡараш ҡаралған. Балыҡ тотоп алынғас ваҡыт теркәлә һәм табыш шунда уҡ ҡайтанан күлгә ебәрелә.
Рыбатлонда ҡаралған еңеүселәр өсөн приздар ҙа сәләмәт тормош, спорт, сәйәхәт һәм әүҙем ял менән бәйле булды. Ярыш еңеү маҡсатында түгел, ә саф һауала аралашып көс, дәрт туплау маҡсатында ойошторолдо.
Рыбатлонда ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында. Быйыл сәмле ярышта 70 команда - балыҡсы һәм саңғысыларҙан торған 140 кеше көс һынашты. Ә июлдә йәйге рыбатлон көтөлә.
Флорида Ким