Республика уҡыусылары «Фекереңде еткер!» чемпионатында ҡатнашты

Ижади фекерләүсе йәштәрҙе бер майҙанға йыйған сараны коммерция булмаған «Гражданлыҡ мәғрифәте йәштәр союзы» менән Башҡортостан мәғарифын үҫтереү институтының педагогика, психология, һаулыҡ һаҡлау кафедраһы берлектә үткәрҙе. Республика райондарынан килгән 160-тан ашыу үҫмер шәхси һәм һөнәри үҫеш, белемен камиллаштырыу йүнәлешендә командаларға тупланып ярышты.

Чемпионат ике көн дауам итә. Ул Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелә. 2030 йылға Рәсәй милли үҫеш стратегияларын өйрәнде. Үҙ мәктәптәренә ҡайтҡас һәр береһе ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ирекмәндәр майҙансығын булдырасаҡ. «Ижад - йәшәү рәүеше» социаль-мәғрифәт проекты һуңында еңеүсе командалар дипломдар менән бүләкләнәсәк.