Профилактик сара ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуға юл ҡуймау маҡсатында уҙғарыла. Уның барышында Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре полиция, дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре, урман инспекторҙары менән берлектә 76 рейд ойошторған. ағас ташыусы 110 автотранспорт тикшерелгән, 3 законһыҙ ағас киҫеү осрағы асыҡланған, 1 енәйәт эше асылған. Урман хужалығына килтерелгән 61 мең һумлыҡ зыян ҡапланасаҡ.