Башҡортостан эшҡыуарҙары ике йылда сит илдәр менән 29 миллион долларға 33 контракт төҙөгән

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан һәм Төркиәгә бизнес-сәфәрҙәргә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә бер нисә миҫал менән уртаҡлаша. Һуңғы йылдарҙа сит илдәр менән тауар әйләнеше арта. Мәҫәлән, Төркиә менән үҙ-ара сауҙа 37 процентҡа күбәйгән.