Был турала "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. 19 юл һәм 16 урамды тәртипкә килтереү көтөлә. Иң ҙур эштәр Сибай-Аҡъяр юлында ҡаралған. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында биләмәләр төҙөкләндерелә. Шулай уҡ исемлектә Стәрлетамаҡ-Раевка һәм Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы трассалары, баҡса юлдары бар.