Хәрби хеҙмәткә 18 йәштән 27 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла. Повестка алған һәр кем хәрби комиссариатҡа килергә һәм медицина комиссияһын үтергә бурыслы, унда табиптар яраҡлылыҡ категорияһын билдәләй. Хеҙмәт итеү ваҡыты бер йыл. Яҙғы саҡырылыштан тыш, контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр ҙә теркәлә. Быға бәйле һорауҙар Ситуация үҙәгенә килә. Үҙәк белгесе Эльза Юлдашбаева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКонтракт төҙөүгә запастағы граждандар, яңы хәрби хеҙмәтен тултырыусылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған ир-егеттәр хоҡуҡлы. Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса мобиль мәғлүмәт пункттарында алырға мөмкин.