Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы менән Ростсельмаш хеҙмәттәшлек тураһында килеште

Республикала комбайндар һанын ике ярым тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйыла. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, техниканы мөмкин тиклем яңыртыу бара. Биш йылда 42 миллиард һумға 15 меңдән ашыу техника алынған. - Бөгөн баҫыуҙарҙа заманса йыһаздар булған комбайндар  эшләй, - тине ул.