Республикала мәктәп биналарын яңыртыу буйынса федераль программа ғәмәлгә ашырыла

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. 2022 йылда 63 бина төҙөкләндерелгән, 59 мәктәптә ашханалар ремонтланған. Быйыл 77 уҡыу йортонда капиталь ремонт планлаштырылған, 74-ендә эштәр башланған. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 3 миллиард 600 миллион һум бүленгән. Башҡортостан  ҡаҙнаһынан өҫтәп 640 миллион һум йүнәлтелә. - Ремонт барышында балалар башҡа мәктәптәрҙә, шулай уҡ балалар баҡсаларында, мәҙәниәт йорттарында белем ала. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы  аңлап ҡабул итергә кәрәк, - ти Радий Хәбиров.