Республикала ташҡынды күҙәтеү системаһы эшләй. Уның менән ябай халыҡ та файҙалана ала. Гидропостар һаны 57-гә етте. Йомағужа, Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарында ла күҙәтеү ойошторола. “Яҙғы ташҡынға бәйле хәл даими контролдә тотола”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала яҙғы ташҡын осоронда халыҡҡа тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн 15 мең хеҙмәткәрҙән торған төркөм булдырылған. 3 меңдән ашыу техника һәм йөҙөү сараһы әҙерләнгән. 370-тән ашыу ваҡытлыса йәшәү урыны булдырылған.