Радий Хәбиров етәкселегендә үткән Транспорт сәғәте ултырышында төбәктең юл селтәре сифатын һәм хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләләре ҡаралды. Быйыл Башҡортостанда проблемалы юлдарҙы төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыуға 4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Муниципалитеттарҙа дөйөм оҙонлоғо 234 саҡрым булған 16 урамды һәм 218 саҡрымлыҡ 19 автомобиль юлын тәртипкә килтереү ҡаралған.
Иң эре проекттар иҫәбендә - Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарындағы Сибай-Аҡъяр трассаһы, 47 саҡрым участканы яңыртыу эштәрен киләһе йыл тамамлау планлаштырылған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ-Раевка юлында капиталь ремонт башҡарыуға 343 миллион һум бүленә.
Дөйөм алғанда, егерме муниципалитеттың хәүефле участкаларында капиталь ремонт уҙғарыу планлаштырылған. Төбәк етәксеһе апрель аҙағында үтәсәк оператив кәңәшмәгә раҫланған исемлек күрһәтергә ҡушты, уның менән республика халҡы ла таныша аласаҡ. Шулай уҡ киләһе йылға проблемалы участкалар теҙмәһен булдырыу бурысы ҡуйылды.