Башҡортостан колледждарына йыл һайын 10 грант тапшырыла башлай

Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған Хөкүмәт ултырышында белдерелде. Башҡортостан урта һөнәри белем биреү учреждениелары иҫәбе буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә. Әле төбәктә 93 колледж һәм уларҙың 41 филиалы эшләп килә. Бөтәһе 100 меңдән ашыу студент белем ала.

Һуңғы йылдарҙа һөнәрселек уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға етди иғтибар бирелә, федераль проект сиктәрендә 500 миллион һум субсидия йәлеп ителгән. Былтыр республика ҡаҙнаһынан колледждарҙы капиталь төҙөкләндереүгә 463 миллион һум аҡса бүленгән, шулай уҡ медицина колледжарының филиалын асыуға 57 миллион һум йүнәлтелгән. Республика башлығының ҡушыуы буйынса киләсәктә урта һөнәри уҡыу йорттарына 10 грант тапшырыла башлай, һәр береһенең суммаһы 1 миллион һум. Хөкүмәт ултырышында 20 декабргә колледждар исемлеген билдәләргә ҡушылды.