Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында тикшеренеү эштәре буйынса ғилми-ғәмәли конференция үтте

«Тере тарих биттәре». Ошо исем аҫтында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында тикшеренеү эштәре буйынса ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда китапхана янында эшләүсе Крайҙы өйрәнеүселәр клубы тарафынан иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Үрге Яйыҡбай ауылынан Ишдәүләт Сәфиуллин тикшеренеү эшен 1921-1922 йылғы аслыҡ афәтенә 100 йыл тулыуға арнай. Ул шул осорҙа Мөрсәлим тигән ауыл халҡының тотошлайы менән астан үлеүен, йотлоҡ сәбәптәрен, уның эҙемтәләрен тикшергән. Тыуған яғымдың тарихи урындары номинацияһында Ишдәүләт Мөхтәр улы 1 -се урын яуланы.

Конкурс «Тыуған яғымдың туристик марштруты» , «Шәжәрәлә быуындар бәйләнеше сағыла», «Шәхестәрҙә -районыбыҙ тарихы», «Тыуған яғымдың тарихи урындары» һәм «Халҡыбыҙҙың онотолған кәсептәре» номинацияларын үҙ эсенә алды. Тикшеренеү эштәрен абруйлы жюри баһалай.

«Тере тарих биттәре» конкурсы йәш һәм оло быуында тыуған яҡтың тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу,Баймаҡ районы,халҡы,йәшәйеше,һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында тарихи материалдар туплау,шәжәрәләрҙе ныҡлап өйрәнеү йәһәтенән әһәмиәтле.

Альбина Байегетова