Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ете конкурсант оло сәхнәгә сығып, үҙҙәре менән таныштырҙы, ижади һәләттәрен күрһәтте. Артабан дефиле этабында ҡатнашты. Күләмле сараны ойоштороусылар булараҡ урындағы хакимиәттең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты, «Алпамыш» йәштәр үҙәге сығыш яһаны.
«Яҙ һылыуҡайы» конкурсының төп еңеүсеһе тип Урман ауылынан Вероника Яшникова танылды. Ҡыҙ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында белем ала. Ҡалған ҡатнашыусылар махсус номинацияларҙа билдәләнде. Барыһы ла бағыусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр алды.