Юл ҡатламына көсөргәнеште кәметергә. Быйыл республикала автоматик үлсәү пункттарын егермегә еткереү планлаштырылған. Ете комплексты Урал аръяғы, Благовещен, Ишембай, Нуриман һәм Өфө райондары юлдарында урынлаштырыу ҡаралған. Был турала Радий Хәбиров етәкселегендә үткән «Транспорт сәғәте»ндә билдәләнде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауырлыҡ контроле системаһы эшмәкәрлеге тураһында фекер алышты. Әлегә Башҡортостанда 13 комплекс cафта. Тәртип боҙоуҙарҙы автоматик теркәү системаһы мәғлүмәттәре буйынса йыл башынан ғына 243 миллион һумға 832 ҡарар төҙөлгән. Республика ҡаҙнаһына килгән аҡсаны юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеү ҡаралған.