Советтар Союзы тарҡалыу менән был мәсьәлә киҫкен ҡала. Еңел авиация менән бик һирәктәр, энтузиастар ғына шөғөлләнә. Ә уны ҡулланыу даирәһе киң. Урман янғындарын күҙәтеү, юғалған кешеләрҙе эҙләү, ҙур самолеттар ултыра алмаған ерҙәргә әйбер ташыу һәм иң һөҙөмтәле ҡулланыш - ауыл хужалығы.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар баҫыуҙарҙы эшкәртеү, ҡоротҡостар менән көрәштә еңел авиация һәм пилотһыҙ осоу аппараттарын киңерәк файҙаланыу юлдарын өйрәнде. Тармаҡ белгестәре әйтеүенсә, әле еңел авиация үҫешенә ни бары административ кәртәләр генә ҡамасаулай. Был йәһәттән заман талаптарын иҫәпкә алып осош ҡануниәтен камиллаштырыу мөһим.