Республика профсоюздар йортонда Валентина Сухихтың күргәҙмәһе асылды

Республика профсоюздар йортонда үҙенсәлекле күргәҙмә. «Уяныу» тип аталған экспозицияла һәүәҫкәр рәссам Валентина Сухихтың картиналары менән танышырға мөмкин. Ҡылҡәләм оҫтаһының эштәре Англияла, Санкт-Петербургта, Түбәнге Новгородта, Троицкийҙа һәм Өфөлә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Натюрморт, пейзаж ысулын үҙ итеүсе рәссам ижады хаҡында киләһе яҙмала.

Валентина Яковлевна сираттағы шәхси күргәҙмәһен «Уяныу» тип атаған. Ҡылҡәләм оҫтаһы пейзаждарында оҙон ҡыштан һуң тәбиғәттең уяныуын оҫта итеп сағылдыра. Яҙһылыу уң ҡулы менән ишаралауы була, ер асыла, тәбиғәт йәшәрә, балыҡтар ағым һыуға ҡаршы йөҙөп селбәрә сәсергә ынтыла. Һиҙгер күңеле, мөхәббәтле әсә, ҡатын-ҡыҙ илаһи матурлыҡты тойоп, буҫтауға күсергән.

Ҡояшлы һәм кәйефте күтәрә торған пейзаждар төшөрөргә яратам. Картиналарыма лирик мотивтар ҙа өҫтәйем. Кешеләр минең эштәремде ҡарап уйланһын, ғәжәпләнһен, тигән маҡсат ҡуям.

Валентина Сухих, һәүәҫкәр рәссам

Күргәҙмәлә рәссамдың биш тиҫтәгә яҡын эше ҡуйылған. Уның ижадында сағыу натюрморттар, үүенсәлекле пейзаждар йәнәшәһендә фәрештәләр темаһы мөһим урын алып тора.

Үҙ ғүмеремдә өс тапҡыр һыуға батып иҫән ҡалдым. Бер осраҡта ғына кешеләр ҡотҡарҙы, ҡалған ике осраҡта, үҙемдең эске тауышымды тыңланым. Минең йән һаҡсы фәрештәләрем бик көслө тип уйлайым.

Валентина Сухих, һәүәҫкәр рәссам

Тау-ташлы бейеҡ ҡая фонында бөркөт кәйелеп оса. Ҡайырылып осҡан мөһабәт ҡоштар батшаһы был тәбиғәт һәйкәле фонында бәләкәй генә итеп күрһәтелгән. Шарлауыҡта кәмәлә йөҙөүселәрҙе сюжетын да ҡылҡәләм оҫтаһы үҙе уйлап тапҡан, бай фантазияһын һалған. Был һүрәтте хатта, Таиландтағы шарлауыҡтар менән оҡшаш, тип өйтеүселәр ҙә булған.

Ә был картинала кеше йәшәгән торлаҡҡа ҡапыл килеп сығып артабан ни эшләргә белмәй аптырап-баҙап ҡалған мышы һүрәтләнгән. Оҫтаның ижады тамашасыларҙы тормош даръяларында юғалмаҫҡа, нисек кенә ауыр булһа ла үҙ-үҙеңә ышанысты юғалтмаҫҡа саҡыра.

Валентина Сухих 57 йәшендә ҡулына ҡыл ҡәләм ала. Башта акварель буяҙар менән һүрәт төшөрә, һуңынан майлы буяуға күсә. Мастихин менән төшөргән эштәре лә ярайһы. «Фәрештәләр ҡалаһы»,» Ҡыҙҙар хыялы». «Дүрт еләк»,» Лавандалы ожмах» һәм башҡа эштәре сағыу төҫтәре һәм ҡабатланмаҫ деталдәре менән тамашасыны әсир итә.

Гүзәл Борханова