Башҡортостан коронавирус таралыу һәм санкция баҫымы шарттарында үҫеш темпын кәметмәгән

Республика Башлығы Радий  ХәбировБөрө, Благовар, Благовещен, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Мишкә райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе.-Мөһим күрһәткес - инвестициялар. 4 йылда  уның күләме 40 процентҡа күтәрелде. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика иҡтисадына инвестиция тәүге тапҡыр 500 миллиард һумдан артты. Инвестиция ҡануниәтен дә камиллаштырабыҙ. Ер биләмәһен биреү тәртибен ябайлаштырыу  тураһында  ҡарар ҡабул иттек, - тине Радий Хәбиров.