Республика Башлығы Радий Хәбиров уларҙы лайыҡлы ҡаршы алырға, тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Яугирҙәр ял итә, сәләмәтлеген нығыта һәм тағы хәрби бурысын үтәргә юллана. Шулай уҡ һәләк булғандар тураһында оноторға ярамай. Радий Хәбиров Бөрө, Благовар, Благовещен, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Мишкә райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе.