Башҡортостанда быйыл 50 табипҡа 1 миллион һум тапшырыла

Республика Хөкүмәтендә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһы үтәлеше ҡаралды. Ауылдар һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә грант бирелә. Быйыл дәүләт программаһын финанслау артҡан. Дауаханаларҙы ремонтлау һәм йыһазландырыу, фельдшер-акушер пункттарын интернетҡа тоташтырыу дауам итә.