Төбәк етәксеһе иҡтисад, ауыл хужалығы, социаль өлкәләге күрһәткестәргә йомғаҡ яһап, яңы бурыс-маҡсаттар билдәләне. Сәнәғәт тармағындағы йыллыҡ индекс 102,7 процент тәшкил итә. Был бөтә ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән дә юғары.
Республика аграрийҙарына килгәндә, былтыр 5 млн тонна иген урып алып, ауыл хужалығы өлкәһендә рекорд күрһәткестәргә ирешелгән. Бынан тыш, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә лә быға тиклем булмаған һөҙөмтәләр теркәлгән - төбәктә 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.
Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек тә үҫеш юлында - Башҡортостан Белоруссия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Иран, Үзбәкстан менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығыта, уртаҡ проекттар булдырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала.