Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса отчет тәҡдим итте

Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан Республика иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡлаған, күп тармаҡтар буйынса үҫеш күҙәтелә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ла Хөкүмәт эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ултырышта Республика Башлығы 2023 йылға төп эш йүнәлештәрен дә билдәләне. Уңыштар һәм бурыстар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Коронавирус пандемияһы, санкциялар, махсус хәрби операция. Башҡортостан Хөкүмәтенә һуңғы йылдарҙа ҡатмарлы социаль-иҡтисади шарттарҙа эшләргә тура килә. Әммә Республика ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә стратегик үҫеш пландары үҙгәртеп ҡорола. Беларус, Төркиә, Ҡаҙағстан, Иран, Үзбәкстан менән хеҙмәтәшлек яйға һалына. Төп бурыс булып иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлау, оборона-сәнғәт комплексына булышлыҡ һәм инвестициялар йәлеп итеү тора. Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Тотороҡлоҡ ҡына түгел, күп өлкәләрҙә үҫеш күҙәтелә. Мәҫәлән, рекордлы күрһәткестәр, ауыл эшсәндәре бураларға 5 миллион тонна ашлыҡ һала, ә торлаҡ сафҡа индереү күләме 3 миллион квадрат метрға барып етә. Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, инфраструктура объекттары төҙөү буйынса ла ғәйәт ҙур эш башҡарыла.

Иҡтисади уңыштар социаль йөкләмәләрҙең үтәлешенә ыңғай йоғонто яһай. Медицина, мәғариф учреждениелары, спорт объекттары, парктар, скверҙар төҙөлә, иҫкеләре төҙөкләндерелә, яңы һулыш өрөлә. Уңышлы социаль сәйәсәттең төп сағылыш булып ғүмер оҙонлоғоноң артыуы тора. Бөгөн был күрһәткес 73 йәш, һуңғы өс йылда республика 50-се урындан 23-кә күтәрелгән. былтыр милли проект сиктәрендә генә 49 төбәк проекты тормошҡа ашырылған, уларҙы финанслау күләме 50 миллиардтан ашыу. Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡса күләме ике тапҡырға артҡан.

Өфө үҙенең 450 йыллыҡ тарихи юбилейын ҡаршыларға йыйына. Ошо айҡанлы баш ҡалала транспорт инфраструктараһын яҡшыртыу ҡаралған. Республика башлығы был иҫтәлекле датаға Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереп бөтөү мөһим тип белдерҙе. Башҡа күләмле объекттар буйынса ла эш бара.

Евразия фән-мәғариф үҙәген, вуз-ара кампус төҙөү республикала белгестәр әҙерләүҙе яңы кимәлгә күтәрер тип көтөлә. Был башҡа төбәктәрҙән йәштәрҙе йәлеп итергә лә булышлыҡ итәсәк. шулай уҡ туристар ағымын артттырыу буйынса ла эш бара, «Шүлгәнташ» комплексы ишектәрен асып та өлгөрмәне, Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейына нигеҙ һалына. Былар бөтәһе лә берлектәге, тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Әлбиттә, төп бурыс булып махсус хәрби операция менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү, алғы һыҙыҡтағыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү тора. Хөкүмәттең, муниципаль берәмек башлыҡтарының, депутаттарҙың эшмәкәрлеге ошо критерий буйынса баһаланасаҡ, тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан 2023 йылға киләһе көнгә ышаныс менән ныҡлы аяҡ баҫа. Республика иң яуаплы, ауыр бурыстарҙы ла атҡарып сығырға әҙер.

2022 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Әммә бөгөн беҙ һынауҙар һындырмай, сыныҡтыра, берләштерә, яңы үҫеш мөмкинлектәрен эҙләргә булышлыҡ итә тип әйтә алабыҙ. Санкция баҫымына ҡарамаҫтан республикала сәнәғәт етештереүе индексы 102 проценттан ашыу. Был илдәге уртаса күрһәткестән юғары. Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу рейтингында ла алдынғы урын биләй. Хөкүмәт алдында быйыл да иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлау, социаль йөкләмәләрҙе өҙөклөкһөҙ үтәү бурысы тора. Һәм әлбиттә махсус хәрби операцияла катнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек.

Рәмзиә Кәримова