Башҡортостандың күп функциялы үҙәгендә яңыртылыған онлайн консультациялар үткәрелә

Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектәге яңыртылған консультациялар һәр аҙнаның шаршамбыһында иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем үткәрелә. Видеоконференция форматындағы онлайн консультацияларға теләге булған һәр кем килә ала. Бының өсөн алдан яҙылыу кәрәкмәй, күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итеү ҙә етә.

Консультациялар уҙғарыусы офистар исемлеге менән Күп функциялы үҙәктең «Минең документтар» һәм Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге сайттарында танышырға мөмкин.