Розалина Сәхибмәрҙәнова аяҡтары дөрөҫ үҫешмәүҙән яфалана. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Русфонд» хәйриә фонды менән берлектә иғәнә йыйыу буйынса проектҡа старт бирә. Операция эшләү өсөн 200 меңдән ашыу аҡса талап ителә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Хәрәкәт итеүҙәге ҡыйынлыҡтарҙы бер аҙға еңеләйтеү өсөн ҡыҙ бала көн дә тренажерҙа баҫып торорға мәжбүр. Процедура иртәле-кисле яртышар сәғәт дауам итә. Ә биш йәшкә тиклем Розалина махсус ортопед аяҡ кейемендә йөрөгән.
Быйыл 1-се класҡа уҡырға барасаҡ ҡыҙ әле үк хәреф танырға, яҙырға өйрәнгән. Тиҫтерҙәштәренән бер нимәһе менән дә айырылмай. Тик аяҡтары дөрөҫ формалашмауға бәйле, оҙаҡ йөрөй алмауға зарлана. Балалар баҡсаһында ла дуҫтары менән туйғансы уйнай алмай. Ныҡлап аяҡҡа баҫыу өсөн Розалинаға ҡатмарлы операция талап ителә.
Операция Ярославль ҡалаһында эшләнәсәк. Тик бының өсөн 200 меңдән ашыу аҡса талап ителә. Бөгөн 85 мең самаһы йыйылған. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә был сығымдарҙы күтәрә алырлыҡ түгел. Розалинаға һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ. Бының өсөн экранда күрһәтелгән куар-код аша үтергә, йәғни ДЕТИ һүҙен яҙып 5542 һандары буйынса иғәнә ебәрергә мөмкин. Смс-хәбәр ебәргән осраҡта телефон иҫәбенән 75 һум аҡса тотола. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Азат Ғәлиуллин