«112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттарының поэтик ижады» тип исемләнгән матбуғат конференцияһында һүҙ Фәйзи Ғәли улы Ғафаров яуҙашының батырлығына арнап яҙған шиғыры хаҡында барҙы.
Февралдә Луганск Халыҡ республикаһына экспедиция барышында Башҡортостан «Хәрби Дан» музейы етәксеһе Илшат Үтәев Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәптә үҙенсәлекле ҡулъяҙмаға тап була. Ғәрәп графикаһындағы яҙыуҙы һалдаттар яҙған доға тип тә уйлайҙар. Ҡулъяҙманы филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбаттатов өйрәнә. Был шиғри юлдар 294-се кавалерия полкының кесе политругы, 60-cы кавалерия гвардия полкы командиры урынбаҫары Мөҙәрис Ғабдрахман улы Мостафинға арналғанлығын асыҡлай.
Ҡайтарылған исемдәр араһында Дәүләтбай Мәүлетбай улы Яҡуповтың исеме лә бар. Ҡыҙылармеец Яҡупов Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылынан. 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы гәзитенең баш мөхәррире Али Карнай 1942 йылда һуғыш яланында һалдат яҙмаларына тап була, һәм уларға таянып, «Дон далаларында» бәйетен яҙа.
Филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова бәйетте ижад итеүсенең Дәүләтбай Яҡупов икәнен асыҡлай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы нәфис тапшырыуҙар программаһы етәксеһе Рәйсә Абдуллина «Онотолмаҫ исемдәр» циклынан Дәүләтбай Мәүлетбай улы хаҡында документаль фильм төшөрә. Ул 9-сы май Еңеү көнөндә тамашасы хөкөмөнә сыға.