Ошо көндәрҙә республиканан бер төркөм йәш башҡарыусылар илдең баш ҡалаһында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан уҙғарылған сараларҙа ҡатнашты.
Рәсәй халыҡтары йорто, Белоруссияның Рәсәйҙәге илселегенең эшлекле һәм мәҙәни комплексы һәм Мәскәүҙең «Маска» театры сәхнәһендә башҡорт телендә йырҙар яңғыраған. Мәскәү тамашасыһы алдында киң танылған эстрада йондоҙҙары менән бер рәттән сығыш яһаған йәш йырсылар Алмаз Әйүпов менән Гөлйемеш Ҡылысованың сығыштарын тамашасы йылы ҡабул иткән. Тамашаларҙың режиссеры, яҡташыбыҙ Мәҙинә Илһамова белдереүенсә, Мәскәү тамашасыһын республиканың йәш артистары менән таныштырыу киләсәктә лә дауам итәсәк.
Гөлдәриә Йосопова