Өфөлә йылғаларҙың ташыуы арҡаһында һыу баҫыуҙың тәүге осрағы теркәлгән

Бөгөн иртән баш ҡаланың «Восход-1» кооперативында йәшәүселәр Юрмаш йылғаһы ағып сыҡҡан юлдарҙы һәм участкаларҙы һыу баҫыуы хаҡында хәбәр итте. Урынға шунда уҡ Калинин районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре сыға. Улар килеүгә баҡсасылар ширҡәте юлының, бер нисә урамдың һәм 45 йорт яны участкаһының һыу аҫтында ҡалыуы асыҡлана.

Баҡсаларҙа 12 кеше йәшәй, уларҙы эвакуациялау талап ителмәй. Һыу баҫыуҙың фаразланған сәбәбе - Көнсығыш сығыу юлын төҙөгәндә Юрмаш йылғаһы үҙәненең үҙгәреүе һәм боҙ тығыны. Әлеге ваҡытта һыу кимәле түбәнәйә, әммә ваҡытлыса дамба һалыу, шулай уҡ һыу ағыҙыу каналын таҙартыу һәм тәрәнәйтеү планлаштырыла. Хәл контролдә тотола.