Һыу үткәргес төҙөүгә бәйле Колгуев урамы участкаһын ябыу датаһы күсерелде

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ошондай ҡарар ҡабул итте. Мэрия һәм подряд ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашлығында бер нисә кәңәшмә үткәрелде, унда өфөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеүҙең төрлө варианттары ҡаралды.

Был юлда көн һайын тиерлек йөрөгән уҡыусыларға уҡыу йылын тыныс тамамларға мөмкинлек бирергә кәрәк. Һыу үткәргес төҙөү буйынса эштәрҙе бер айҙан ашыуға күсерәбеҙ, - тип хәбәр итте Ратмир Мәүлиев. Алдан планлаштырылғанса, Колгуев урамы участкаһы 15 апрелдән түгел, ә 22 майҙан 31 авгусҡа тиклем ябыла.