Республика мәктәптәрендә ремонт эштәре башланды

Белем биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Республикала Мәктәп биналарын модернизациялау федераль программаһы буйынса беренселәрҙән булып Стәрлебаш районы эш башлаған. Әле 4 белем усағында ремонт эштәре ҡайнай. Былтыр был программаға ярашлы, Башҡортостандың 63 мәғариф бинаһы төҙөкләндерелгәйне. Быйыл маҡсат - 77 мәктәпте яңыртыу. Стәрлебаш районының иң ҙур белем усаҡтарының береһендәге ремонт менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

Аш-һыу бешереү бүлмәһендә әлегә ризыҡ түгел, ә стеналарҙы штукатурлау өсөн ҡатнашма әҙерләнә. Балалар тауышы урынына, төҙөлөш ҡоролмалары гөрләй. Эш бер юлы мәктәптең һәр кабинетында, бынан тыш, ашханала, спорт һәм тамаша залында бара. Белем биреү учреждениеһына подрядсы ойошма бер ай элек ингән. Төҙөүселәр тәжрибәле, быға тиклем дә улар мәктәп ремонтлау менән шөғөлләнгән.

Былтыр Әмир мәктәбен эшләнек, быйыл икенсе мәктәп. Был объект ҙурыраҡ, эштәр күп

Урал Сәлихов, участка мастеры

Әйткәндәй, былтыр капиталь ремонт яһалып, заманса төҙөкләндерелгән Әмир ауылы мәктәбе өсөн ағымдағы уҡыу йылы уңышлы булған. Зауыҡлы белем усағына ҡараш бөтөнләй үҙгәргән. Быға тиклем ситтә уҡыған малай-ҡыҙҙар кире ауылға әйләнеп ҡайтҡан. Район кимәлендәге саралар, уҡытыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре семинарҙары ла хәҙер гел бында үтә. Яҡты, йылы кабинеттарҙа уҡыу һәм уҡытыу, өҫтәүенә, әсбаптарҙың, матди-техник базаның яңырыуы үҙ һөҙөмтәһен бирә. Уҡыусылар республика, Бөтә Рәсәй олимпиадалары, спорт ярыштары призерҙары исеменә лайыҡ булған. Киләсәккә лә маҡсат юғары.

Быйыл Стәрлебаш районында федераль программа буйынса модернизация эштәре 2022 йылдағы кеүек тағы 4 белем биреү учреждениеһында башҡарыла. Уларҙың береһе - 1993 йылда сафҡа ингән Стәрлебаш ауылының 2-се урта мәктәбе. Райондың дөйөм уҡыусылар һанының дүрттән бер өлөшө бында уҡый. 450-нән ашыу баланы, 32 педагогты һыйҙырған белем усағына күптән яңырыу талап ителгән.

Ощо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙнанан 82 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам бүленгән. Шулай уҡ, бинаны йыһазландырыу өсөн 10 миллионға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк. Әле мәктәп янын тәртипкә килтереү өсөн смета төҙөлә. Район үҙәгендәге белем усағынан тыш, Иҫке Ҡалҡаш, Айҙарәле, Йәшергән ауылдары мәктәптәре лә яңырыу кисерәсәк.

Әлфинә Килдейәрова