Өфөлә психология йүнәлешендә кадрҙар әҙерләү һорауҙарына арналған форум үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында психология йүнәлешендә кадрҙар әҙерләү һорауҙарына арналған форум үтте. Сарала мәғариф учреждениеларында психологик тәрбиә, үҫмерҙәргә һәм балаларға ярҙам, был эшкә ата-әсәләрҙе йәлеп итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Өфөлә өс көн дауам итәсәк форумда Волгоград, Екатеринбург, Донецк һәм Луганск ҡалаларынан килгән белгестәр ҡатнашты. Педагогтар тәжрибә уртаҡлашып уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләне.