Радий Хәбиров көйәрмәндәрҙе спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй беренселегенә саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә шундай яҙма ҡалдырҙы. Ярыш ошо көндәрҙә Өфөлә Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәгендә үтә. Унда үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнаша. Рәсәй беренселегендә 42 ҡаланан 100-ҙән ашыу йәш спортсы сығыш яһай. Улар 12 комплект миҙал өсөн көрәшә. Ярыш 2 апрелгә тиклем дауам итә. “Башҡортостанда ҙур саралар ойоштороу өсөн яңы үҙәктәр барлыҡҡа килә. Тиҙҙән улар һаны тағы күберәк була”, - тип яҙа Радий Хәбиров.