Йылайыр районының ғаилә хеҙмәте каникулдарҙа балаларға төрлө саралар ойоштора. -Төп иғтибар ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләргә яһала. Уларҙы социаль әүҙем тормошҡа йәлеп итеү, гаджеттарҙан айырыу һәм патриотик рух тәрбиәләү маҡсат итеп ҡуйыла, - ти ойошма хеҙмәткәре Гөлсәсәк Игдәүләтова.