Ауыл эшсәндәре баҫыуға сыҡты

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарынан ауыл хужалығы белгестәре Мәсетлегә йыйылды. Бөгөнгө семинар-кәңәшмәлә яҙғы баҫыу эштәренә рәсми старт бирелде. Республикала тәүгеләрҙән булып Ҡыйғы хужалыҡтары яҙғы эштәрҙе башланы. Әле ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу бара. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алмаз Ғәлимов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡыйғы хужалыҡтарынан тыш, Баҡалы эшсәндәре лә беренселәрҙән булып баҫыуға сыҡты. Әле районда 60 гектарҙа иртә баҫыу эштәре башҡарылған.