Өфөнө таҙарталар. Бөгөн тәүге яҙғы өмә була

"Санитар йома"ла ойошмалар һәм предприятиелар ҡатнаша. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар өйөмдәрен ваҡлап ташлау, сүп-сарҙы таҙартыуға ҙур иғтибар була. Коммуналь хеҙмәттәр ҙә көн һайын урамдарға сыға, биләмәләрҙе дөйөм көс менән тиҙерәк тәртипкә килтерергә  мөмкин, тип  белдерәләр мэриянан.