Стәрлетамаҡ-Раевка юлының 33-сө километрында «Форд Фиеста» автомобиле менән ашығыс медицина ярҙамы машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Тиҙ ярҙам машинаһындағы ике пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән, улар дауаханаға оҙатылған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.