Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының гражданлыҡ башланғыстарын берләштереү үҙәге коммерция булмаған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөй. Әлегә социаль йүнәлештәге проекттар буйынса ике тиҫтәнән ашыу документҡа ҡул ҡуйылған.
Яңыларына килгәндә, «Әсә йөрәге» советы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм Башҡортостандың шахмат федерацияһы менән берҙәм эш алып барыласаҡ. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек республикала йәмәғәт ярҙамы Штабын ойоштороуға әҙерлек булып тора.