Кушнаренко районындағы баҫыуҙа ике гектар майҙанда янғын сыҡҡан

Илмырҙа күле яғына боролған урында ҡоро үлән янып киткән. Дежур бүлеккә шылтыратыу 29 мартта киске сәғәт етелә килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ирекле янғын һүндереү дружинаһы, Иҫке Туҡмаҡлы ауыл биләмәһе тракторы, шулай уҡ вайымһыҙ булмаған граждандар килә. Улар уттың таралыуыуына юл ҡуймай. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр теркәлмәй.