Башҡортостанда яҙғы ташҡынға бәйле хәл власть органдары һәм белгестәрҙең контролендә ҡала

Бөгөнгә 10 муниципаль берәмектә 11 һыу баҫыу осрағы тураһында билдәле. Ташҡынға бәйле Күгәрсен районында Иҫке Собханғол -Мораҡ автомобиль юлында барлыҡ транспорт төрҙәре хәрәкәте сикләнгән.

Иглин ауылында ҙур һыу Гагарин һәм Крупская урамдарын тоташтырған күперҙе йыуған. Өфөлә лә һыу баҫыуға бәйле тәүге осраҡ теркәлде. Ярҙарынан сыҡҡан Юрмаш йылғаһы баш ҡаланың Калинин районындағы 45 баҡса участкаһы, ихата-ара һәм «Восход-1» баҡсасылар ширҡәтенә алып барған бюлды баҫҡан. Белгестәр йылға ярҙарын нығытыу буйынса саралар күргән. Әле унда 10 участка һыу эсендә ҡала.