Хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу өсөн тағы ла бер өҫтәмә мобиль пункт Өфөнөң Калинин районында асылды. Был турала социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Михаил Замурагин хәбәр иткән. Мобиль пунктта Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хеҙмәткә барыу тәртибе, кәрәкле документтар, аҡсалата түләүҙәр, социаль гарантиялар һәм льготалар тураһында тейешле мәғлүмәт алырға мөмкин.