Күсмә шарттарҙа, хәрби госпиталдәрҙә, дауаханаларҙа эшләйәсәк белгестәр теоретик белемен камиллаштырҙы, тәжрибә тупланы. Аҡ халатлыларҙан тыш сертификаттар Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыусы студенттарға ла тапшырылды. 50-нән ашыу студент яраланған, хәрби бәрелештәрҙә зыян күргән граждандарға ярҙам итергә теләк белдереп махсус курстарҙы тамамлаған.