Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейд ойошторҙо

Инспекторҙар Янғын һағы идаралығы һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һыу баҫыу ихтималлығы янаған йорттарҙа йәшәүселәр менән аралашты, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты. Ташҡынға ҡаршы рейд һөҙөмтәләре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы

Кооператив яланы буйлап ведомство хеҙмәткәрҙәре яҙғы ташҡынға ҡағылышлы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен репродуктор аша еткерә. Хәүефле сумаҙан әҙерләргә, электр ҡоролмаларын өҫкәрәк күтәрергә, һыу баҫҡан осраҡта, үҙаллы эвакуцияланмаҫҡа. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе инспекторҙар яҙ башынан алып халыҡҡа еткерә.

Кооператив яланында күптән йәшәүселәр яҙғы ташҡындың төрлө саҡтарын күргән. 2019, 2021 йылда оло һыу йылғанан өсөнсө, дүртенсе рәттә урынлашҡан ихаталарҙы ла баҫҡан, шуға күрә йорт хужалары бер түгел ике кәмә алған. Туймазы урамы 27-се йортта йәшәүселәр ташҡын һәм уға әҙерлек саралары тураһында беҙ инспекторҙарға үҙебеҙ һөйләй алабыҙ тип шаярта.

Күҙаллауҙарға ярашлы, Дим йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан осраҡта, Кооператив һәм Сиған яландарында урынлашҡан 40-тан ашыу йорт һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Шуға күрә ведомство хеҙмәткәрҙәре яҙ башынан рейдттар ойоштора.

Профилактик рейд ваҡытында ведомство хеҙмәткәрҙәре урында йәшәүселәр турһында мәғлүмәт төҙөп, реестрға теркәй. Балалар, физик мөмкинлектәре сикле граждандар йәшәгән йорттарға айырыуса иғтибар бүленә.

Күҙаллауҙарға ярашлы, быйыл йылғаларҙа һыу күләме күтәрелеү сәбәпле Дим, Калинин, Киров, Ленин райондары биләмәләрен һыу баҫыуы ихтимал.

Көндәр йылы тороу сәбәпле, быйыл йылғалар боҙҙан иртәрәк әрселде. Боҙ китеү ғәҙәттә апрель башына тура килһә, Ағиҙел, Дим, Инйәр йылғалары быйыл март аҙағында уҡ боҙҙан әрселде. Белгестәр һыу баҫыу ихтималлығы янаған йорттарҙа йәшәүселәргә иғтибарлы булырға, кәрәкле әйберҙәрҙе алдан әҙерләргә кәңәш итә. Ташҡын осрағында һыу тиҙ һәм ғәҙәттә төндә килә.

Лилиә Мәҡсүтова