Ул Башҡортостан Йәштәр палатаһы тарафынан ойошторолған. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр ҙә саҡырылған. Күргәҙмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 100-ҙән ашыу яҡташыбыҙҙың портреты ҡуйылған. Улар барыһы ла Шайморатов ордены менән бүләкләнеүселәр, араларында Рәсәй Геройҙары ла бар.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев күргәҙмәне күсмә рәүештә эшләргә һәм Башҡортостан мәғариф учреждениеларында күрһәтергә тәҡдим итте. Шулай уҡ уның электрон форматын да әҙерләү ҡарала. Артабан ошонда уҡ Йәштәр Палатаһының Рәсәй Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәттең абруйын күтәреүгә арналған парламент тыңлауҙары үтте. Сарала һүҙ йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү, илһөйәрлек рухын тәрбиәләү хаҡында барҙы.