Медицина учреждениеһын һалыу быйыл ғинуар айында башланған. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Поликлиника Кушнаренко ауылының яңы Андреевский биҫтәһендә төҙөлә. Әле эш нигеҙ һалыу кимәлендә. Төҙөлөш материалдары килтерелгән. Көнөнә 320 пациент ҡабул итеүгә иҫәпләнгән яңы медицина учреждениеһы өс ҡатлы була. Килешеү буйынса объект 2024 йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш
Кушнаренко үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы 1950 йылда һалынған. Авария хәлендәге бинаға күптән түгел ремонт яһалған. Яңыһына күскәндән һуң бында көндөҙгө стационар ойошторолор тип күҙаллана.
Баш табип урынбаҫары билдәләүенсә, кадрҙарға, атап әйткәндә тар профилле белгестәргә ҡытлыҡ юҡ. Ауылдарға, фелдьдшер акушкерлыҡ пункттарына иһә медицина хеҙмәткәрәҙәре көтөлә. Был йүнәлештә дауахана Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Поликлиникаға тиҙҙән план буйынса тикшереү менән Мәскәү вәкилдәре киләсәк. Был уңайҙан да медицина учреждениеһын тәртипкә килтереү эшәтре башҡарыла.
Рәмилә Исмәғилева