Конкурс бөгөн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының «Медик» мәҙәниәт һарайында үтте.
Медицина страховкалауы компаниялары белгестәре араһындағы конкурс тәүге тапҡыр ойошторола. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 7 ойошманан тиҫтәнән ашыу вәкил ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был бәйгенең әһәмиәте ҙур. Сөнки страховкалау компаниялары вәкилдәре медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҙур эш алып бара һәм улар пациентарҙың хоҡуҡтары һағында тора.
Халыҡҡа лайыҡлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өҫтөндә эшләй. Конкурс ошо өлкә хеҙмәткәрҙәренең абруйын күтәреүҙе, һөнәри оҫталыҡты арттырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Страховкалау ойошмаһы вәкилдәре үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙан тыш, кеше менән аралаша белергә, һорауҙарға яуапты аныҡ, теүәл итеп еткерергә лә тейеш, ти эксперттар.