Бөгөн республикала һыу кимәлен автоматлаштырылған система, Ка-32 вертолеты һәм пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында күҙәтәләр. Һәр кеше Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтына инеп йылғаларҙағы көнүҙәк хәлде даими ҡарай ала.
Бөгөн киске сәғәт 6-ға алынған мәғлүмәткә ярашлы: Иглин районы Глуховка ауылында Эҫем йылғаһы кимәле- 483, Өфөнөң Дуҫлыҡ Монументы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы кимәле - 119, Благовещен районы Уҡман ауылында Өфө йылғаһы кимәле - 259 сантиметрғатиклем күтәрелгән. Башҡортостандың 8 муниципаль берәмек биләмәһендә һыу баҫыуҙың 10 осрағы даими контролдә тотола.