Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат һәм Балаҡатай райондары хужалыҡтары ҡыр эштәренә ғәҙәти ваҡыттан 2-3 аҙнаға һуңғараҡ тотона. Әммә һуңғы йылдарҙа был тәбиғәт-климат зонаһында үҫемлекселек өсөн шарттар яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Был турала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн Мәсетле районында үткән кәңәшмәлә белдерҙе.
Әле төбәк баҫыуҙарында ҡар ҡалмаған, ужым культуралары яҡшы шытым бирә. Был Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы өсөн ғәҙәти күренеш түгел. Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, быйылғы баҫыу эштәре республиканың көньяғында түгел, ә 200 гектар ужым арышын туҡландырып өлгөргән Ҡыйғы районынан башланды, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.