Башҡортостанда тыуым кәмегән. Ә никах һәм айырылышыу осраҡтары артҡан. Статика мәғлүмәттәренә килгәндә, республикала теркәлгән һәр бер мең никахҡа 688 айырылышыу осраҡтары тура килә. Ошо һәм башҡа ғаилә ҡиммәтәре тураһында Координация үҙәге ултырышында һөйләштеләр.
Демографияны яҡшыртыу, балалар һәм үҫмерҙәр араһында традицион ҡиммәттәрҙе таратыу комплекслы алып барылырға тейеш. Шул рәүешле, ултырышта яуаплы министрлыҡ һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ғаилә принциптарын бала саҡтан уҡ тәрбиәләй башлау мөһим, тигән фекергә килде. Был йәһәттән мәктәптәрҙә «Ғаилә ҡиммәттәрен өйрәнеү» предметы индерелгән.
Ултырышта тағы йөклөлөктө яһалма туҡтатыуҙы мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр төбәктә 8 меңдән ашыу аборт теркәлгән, 2021 йыл менән сағыштырғанда, был яҡынса 6 процентҡа кәмерәк. Бынан тыш, ултырышта ҡатнашыусылар балалар өсөн тәғәйенләнгән Интернет селтәрҙәрендәге контентты сикләп, улар ихтыяжына яраҡлаштырылған сериал һәм йәнһүрәттәр сығарыу мөһимлеген белдерҙе. Был йүнәлештә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы әүҙем эш алып бара. Ижади төркөм йыл һайын ғаилә ҡиммәттәре, балалар темаһына бағышланған күләмле сериалдар сығара.